0%

Йәйҙә ҡунаҡта(шиғыр). Г.Шафиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йәйҙә ҡунаҡта ( шиғыр )
автор Г.Шафиҡова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Йәйҙә ҡунаҡта


 Тышта ап-аҡ ҡар һибелә,
 Ә өҫтәлдә йәй төҫө.
 Мәтрүшкәле сәйем бешкән,
 Таралған еләк еҫе.
 Кемдер тәмләй емеш һутын,
 Кемдер үрелә ҡаҡҡа.
 Әйтерһең дә, ултырабыҙ
 Бөгөн йәйҙә ҡунаҡта.
 


1988 йыл